

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир йөҙөр өсөн йыһазландырылмаған урында һыуға һикергән. Башы менән күл төбөнә бәрелә, ауыр йәрәхәт ала һәм аңын юғалта. Шаһиттар уны ярға сығара, әммә ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы уның үлемен раҫлай.
Оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:
Ҡотҡарыусылар дежур иткән йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ.
Таныш булмаған урындарҙа һыуға суммағыҙ.
Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Фото: МЧС РБ.