Башҡортостанда зубрҙарға бик оҡшай

Хәҙер улар 33 башҡа етте

Башҡортостанда зубрҙарға бик оҡшайБашҡортостанда зубрҙарға бик оҡшай
Башҡортостанда зубрҙарға бик оҡшай

Башҡортостанда зубрҙар нисек йәшәй?

2023 йылдан алып "Мораҙым тарлауығына" Белоруссиянан 24 беловеж зубры килтерелгән. Беҙҙең тәбиғәт шарттары уларға бик оҡшаған, шулай уҡ тейешле мал аҙығы һәм белгестәрҙең даими күҙәтеүе һөҙөмтәһендә артып киттеләр. Яңыраҡ ҡына тағы ике зубр быҙауы тыуҙы.
Хәҙер Рәсәйҙә, был хайуандарҙың Башҡортостанда булдырылған берҙән-бер ирекле төркөмөндә, 33 баш зубр иҫәпләнә.

Көтөүҙе кем баш булғанын беләһегеҙме? Ышанмаҫһығыҙ, ә бына зубрҙарҙа матриархат! Һәм тап ул туҡланыу һәм һыу эсеү урындарын һайлай. Көтөүҙе күҙәтеү өсөн белгестәр инә-башлыҡҡа радиомаяҡлы муйынсаҡ кейҙергән. Хәҙер вольер хужалығы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә   зубрҙарҙы күҙәтә  ала.

Республика биләмәһендә зубрҙарҙы үрсетеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар 2023 йылдың ғинуарында уҡ ҡабул ителгәйне: Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Беларусь республикаһына сәфәре барышында был турала һөйләшеп килешелде.

Бөгөн проект төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ветеринария буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, ҡурсаулыҡ дирекцияһы, «Беловежская пуща» милли паркы белгестәре һәм, әлбиттә, GRASS һәм RWB спонсорҙары ярҙамында үҫешә.

Киләсәккә яҡшы яңылыҡтар бар: 2027 йылда Президент тәбиғәт фонды гранты сиктәрендә Беловежск пущаһынан тағы ла 9 зубр алыуҙы планлаштыралар.

 «Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә популяцияны тергеҙеүҙә һәм биологик төрлөлөктө һаҡлауҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт!

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас