Аяныслы өҙөлгән ғүмерҙәр...

Башҡортостан Республикаһында һыу инеү миҙгеле башланғандан алып (йәйҙең 57 көнө эсендә) 47 кеше һыуҙа батып үлгән. Был турала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итте.

Аяныслы өҙөлгән ғүмерҙәр...Аяныслы өҙөлгән ғүмерҙәр...
Аяныслы өҙөлгән ғүмерҙәр...

Көн һайын тиерлек йылға-күлдәрҙә фажиғәле хәлдәр теркәлгән.

Һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыуҙың төп сәбәптәре:

  • ололарҙың махсус йыһазландырылмаған урындарҙа, йыш ҡына иҫерек хәлдә һыу инеүе;
  • балаларҙы ололарҙың күҙәтеүенән тыш ҡалдырыу.

Әгәр кешенең батҡанын күрһәгеҙ, ни эшләргә?

Батып барған кешегә тик арт яҡтан ғына яҡынлашырға кәрәк. Паника хәлендә кеше үҙенең ни ҡылғанын аңламай һәм ҡотҡарыусыны ярҙамсы итеп түгел, ә тотоноп ҡалырлыҡ «ҡотҡарыу утрауы» итеп кенә күрә. Шуға күрә тик арт яҡтан ғына яҡынларға!

Тиҙ һәм икеләнмәй эш итергә кәрәк. Паникаға бирелгән кеше һыу өҫтөндә бер минуттан артыҡ тора алмай.

Батып барған кешене тотоуҙың иң ябай ысулы — сәсенән тотоу. Икенсе ысул — ҡултыҡ аҫтынан тотоп алып барыу. Әгәр зыян күреүсе адекват хәлдә булһа, уға бер ҡулы менән яурынығыҙға тотонорға мөмкинлек бирегеҙ.

Батып барған кешегә ярҙамға ашығыр алдынан, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе реаль баһалағыҙ. Һеҙ яҡшы йөҙә һәм сума белергә тейеш. Ярҙам итергә тип барып, үҙегеҙҙең дә бата башлауығыҙ - иң насары. Ул саҡта ике кешене ҡотҡарырға тура киләсәк.

Әгәр ашығыс ярҙам кәрәк булһа, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номерына — 112-гә шылтыратығыҙ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас