Һыуҙағы фажиғәләр

ЯЛ КӨНДӘРЕНДӘ 11 КЕШЕ ҺЫУҘА ҺӘЛӘК БУЛҒАН, УЛАР АРАҺЫНДА БАЛАЛАР ҘА БАР!

Һыуҙағы  фажиғәләрҺыуҙағы  фажиғәләр
Һыуҙағы фажиғәләр

Уҙған ял көндәрендә республиканың Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарының, Нефтекама ҡалаһының йылға-күлдәрендә 13 фажиғәле осраҡ теркәлгән - уларҙа 11 кеше, шул иҫәптән 1 бала һәләк булған, 2 кеше ҡотҡарыла, уларҙың береһе – бала.

- Профилактик эш алып барыуға ҡарамаҫтан, кешеләр йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүен дауам итә – был йыш ҡына ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлеменә килтерә, - тип белдерҙе БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Һәм тағы ла халыҡҡа өндәшәбеҙ: иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ, балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм ҡотҡарыусылар дежур иткән, төбө тикшерелгән рәсми һыу инеү урындарын ғына һайлағыҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон 112.

Фото: МЧС РБ.

Һыуҙағы  фажиғәләр
Һыуҙағы фажиғәләр
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас