"Хәүефһеҙ юл" иҫкәртеү сараһы

Бөгөндән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә "Хәүефһеҙ юл" иҫкәртеү сараһы старт алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Хәүефһеҙ юл" иҫкәртеү сараһы"Хәүефһеҙ юл" иҫкәртеү сараһы
"Хәүефһеҙ юл" иҫкәртеү сараһы

Был турала баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итте.

- Йәйге осорҙа автомобиль юлдарында машиналар ағымы арта, был зыян күреүселәр менән юл-транспорт ваҡиғалары барлыҡҡа килеү хәүефен дә арттыра, - тине ул. - Шуға ла юлда фажиғәле эҙемтәләргә килтергән ҡағиҙә боҙоуҙарҙы туҡтатыу буйынса махсус саралар ойошторола.

Акция 31 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Фото: БР ДАИ.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова