Ҡара "риелтор" әбейҙе алдаған

Стәрлетамаҡта риелтор ҡатын мутлашыу өсөн хөкөм ителде.

Ҡара "риелтор" әбейҙе алдағанҠара "риелтор" әбейҙе алдаған
Ҡара "риелтор" әбейҙе алдаған

Суд асыҡлауынса, 2020 йылдың июлендә ғәйепләнеүсе Стәрлетамаҡта фатир һатып алырға теләгән 1946 йылғы зыян күреүсе менән таныша. Ғәйепләнеүсе зыян күреүсегә килешеүҙе Күп функциялы үҙәктә (МФЦ) рәсмиләштерергә кәрәк тигән ялған мәғлүмәт еткерә һәм унан бер ярым миллион һумдан ашыу аҡса алыуға өлгәшә.

Ҡатын алған аҡсаны фатир хаҡын түләүгә һәм уны зыян күреүсенең милкенә рәсмиләштереүгә тотонорға вәғәҙә бирә. Әммә уның был бурыстарҙы үтәү ниәте булмай. Ул әбейҙең аҡсаһын үҙенә фатир һатып алыуға тотона.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен өлөшләтә таныны, тиелә судтың матбуғат хеҙмәте хәбәрендә: "Суд уға дөйөм режимлы колонияла 3 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне. Шулай уҡ суд 220 мең һум күләмендәге процессуаль сығымдарҙы ҡапларға һәм мораль зыян өсөн 600 мең һум аҡсаны түләү тураһында ҡарар сығарҙы.

Фото: https://web.max.ru/-72495441322624

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас