

Низағ бер туғандар араһында килеп сыҡҡан. Иҫерек ҡусты кеше ниңә генә ағаһының ихатаһына килгәндер... Уның үҙенең кеҫә телефонын һатып, яңыһын алырға теләүе бәхәскә сәбәпсе булған. Иҫерек кеше менән ҡаңғырырға теләмәгән ағаһы, асыуы килеп, һарайға инеп киткән икән, ҡустыһы уны шунда бикләп ҡуйған, был хәлде тағы ла киҫкенләштергән, әлбиттә.
Тауышҡа әсәләре сыҡҡан һәм улдарын тынысландырырға, хәлде яйларға тырышҡан. Шул мәлдә ағай кеше һарайҙан сығып, һәнәкте эләктергән дә ҡустыһының ҡулына сәнскән. Әсәләре улдарын айыра алған, ағаһы һәнәкте ситкә ташлаған. Әммә ҡусты кеше һаман телен тыймаған, ахыры, сөнки ағаһы ҡабаттан ҡоралды алған да, үҙенең ғәмәлдәренә контролде юғалтып, ҡустыһына сәнскән, шунан һуң һәнәкте ташлап, ихатанан сығып киткән.
Ваҡиға урынына полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Зыян күреүсе медицина учреждениеһына оҙатылған.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү эштәре алып барыла, ваҡиғаның бөтә нескәлектәре асыҡлана. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 111-се статьяһы 2-се өлөшө (ҡорал сифатында ҡулланылған әйберҙәрҙе файҙаланып, аңлы рәүештә сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Статьяның санкцияһы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһын ҡарай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге граждандарға иҫкәртә:
— спиртлы эсемлектәр ҡулланыу йыш ҡына көнкүреш низағтарына сәбәпсе була һәм ауыр эҙемтәләргә килтерә;
— иҫерек хәлдә кеше үҙенең ғәмәлдәренә контролде юғалта һәм хәлде адекват баһалай алмай;
— низағлы хәлдәр тыуғанда эмоцияға бирелмәҫкә, физик көс ҡулланмаҫҡа һәм ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе файҙаланмаҫҡа тырышығыҙ;
— бәхәстәрҙе яйлау өсөн икенсе кешеләргә йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Онотмағыҙ: бер минутлыҡ асыу фажиғәгә әйләнергә һәм низағта ҡатнашыусыларҙың береһенең сәләмәтлегенә ауыр зыян килтерергә, икенсеһен төрмәгә алып барып еткереүе мөмкин.
Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan