

Благовещенда ҡала быуаһынан шаһиттар 13 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен сығарған. Бында һыу инеү өсөн урын йыһазландырылмаған, иҫкәртеү билдәләре ҡуйылған.
Асыҡланыуынса, ҡыҙ атаһы һәм ике ағаһы менән паркта булған, һыу ингәндә күҙҙән юғалған. Хәҙерге ваҡытта тикшереү-оператив саралар үткәрелә.
Воздвиженка һыуһаҡлағысынан 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Хәлде асыҡлау барышында билдәле булыуынса, ир дуҫтары менән һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында ял иткән, һыуға ингән һәм шаһиттарҙың күҙ алдында батып үлгән.
Фажиғәле хәлдәр кисә кисен булған. Алда тағы ла бер эҫе ял көнө көтөлә. Ял итеү өсөн ҡотҡарыусылар дежур иткән махсус йыһазландырылған урындарҙы һайларға һәм иҫерек килеш һыуға инмәҫкә саҡырабыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Фото: https://web.max.ru/-69197923551776