

- Олатай кеше ейәндәре менән йылға буйына ял итергә килгән, - тип яҙа БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. - Ул бер ейәне менән ярҙа ҡала, ә 14 һәм 15 йәшлек ике ейәне һыу инә.
Бер ваҡыт уларҙың береһе ҡулын болғай-болғай бата башлай. Бәхетенән шул тирәлә сапбордта йөҙгән егет уны тотоп алып, ярға алып сыға. Һыуҙы күп йотҡан 14 йәшлек үҫмерҙе тиҙ арала Нефтекама дауаханаһының реанимацияһына оҙатҡандар.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.