

Өфө фән һәм технологиялар университетының "Айтуған" халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төркиәнең иң ҙур мегаполисында – Истанбулда үткән Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсында иҫ киткес уңышҡа өлгәште.
Коллектив абруйлы халыҡ-ара смотрҙа еңеүсе Кубогына эйә була, унда донъяның 37 иленән 45 бейеү ансамбле ҡатнаша. Сәхнәгә сыҡҡан артистарҙың дөйөм һаны ике меңдән ашыу кеше тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһынан күләмле ижади бәйгелә дүрт коллектив, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан «Айтуған» ансамбле сығыш яһаны. Юғары кимәлдәге бәйгене абруйлы халыҡ-ара жюри баһалай, уның составына Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһынан хореография сәнғәте өлкәһендәге эксперттар инә. Судьялар башҡарыу техникаһын, хореографик һүрәттәрҙең ҡатмарлылығын ғына түгел, ә костюмдарҙы ла, музыкаль биҙәлеште лә баһалай.
Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусыға өҙлөкһөҙ 15 минутлыҡ программа тәҡдим итергә кәрәк була. Коллектив етәксеһе, юғары категориялы педагог-хореограф, БР мәғариф отличнигы Әлфиә Сәйфуллина билдәләүенсә, башҡорт бейеүҙәренең тиҙ темпы, бейек һикереүҙәрҙең күплеге һәм һүрәттәрҙең динамик алмашыныуы артистарҙан айырыуса сыҙамлыҡ талап итә. "Айтуған" "Арҡайым батырҙары»,«Һабантуй», «Айлы кис» һәм "Башҡортостан йәшлеге" бейеүҙәрен берҙәм композицияға берләштерә, был коллективҡа тамашасыларҙың йөрәген яуларға һәм профессиональ берләшмәнең юғары баһаһына лайыҡ булырға мөмкинлек бирә. Еңеүсе Кубогы менән бергә бейеүселәр 5 000 доллар күләмендә аҡсалата приз ала, ул сәхнә костюмдарын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.
Конкурс программаһынан тыш, ойоштороусылар артистар өсөн Босфор боғаҙы буйлап яхтала йөрөүҙе һәм Истанбулдың тарихи иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияларҙы үҙ эсенә алған киң мәҙәни программа әҙерләгән.