Яғыулыҡҡа бәйле мутлыҡтар

Мутлашыусыларҙың яңы схемаларының береһе — АЗС-тарҙа яғыулыҡ барлығын күҙәтеп барыусы ялған ҡушымта таратыу.

Яғыулыҡҡа бәйле мутлыҡтарЯғыулыҡҡа бәйле мутлыҡтар
Яғыулыҡҡа бәйле мутлыҡтар

Енәйәтселәр уны эҙләү системалары йәки интернеттағы һылтанмалар аша ташламалар, бонустар алыу йәки яғыулыҡты отошло хаҡҡа һатып алыу һылтауы менән күсереп алырға тәҡдим итәләр. Ҡушымтаны ҡуйғандан һәм мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәгәндән һуң, граждандар үҙҙәре үк енәйәтселәргә банк мәғлүмәттәренә инеү мөмкинлеген бирәләр йәки операцияларҙы раҫлайҙар, һөҙөмтәлә иҫәптәренән аҡса урлана.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлегенә 48 йәшлек урындағы ҡатын килеп, банк иҫәбенән дистанцион юл менән аҡса урлауҙары тураһында хәбәр иткән.

Ул мобиль телефонына АЗС-тарҙа яғыулыҡ барлығын күрһәтеүсе ҡушымта ҡуйған. Ул уны интернет селтәрендә тапҡан. Һәм файҙалы сервис урынына зарарлы программаны индергән. Активацияланғандан һуң, ялған ҡушымта гаджет хужаһының шәхси мәғлүмәттәрен мутлашыусыларға ебәрә башлай. Был мәғлүмәтте енәйәтселәр банк ҡушымталарына инеү һәм аҡсаны сисеп алыу өсөн ҡуллана. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар зыян күреүсенең банк иҫәбенән 55 мең һум аҡсаһын урлаған. Аҡсаһы юғалыуын асыҡлағас, ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы 3-сө өлөшөнөң «г» пунктына ярашлыа енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртә:

— ҡушымталарҙы тик рәсми сайттарҙан ғына күсереп алығыҙ;

— мессенджерҙарҙан, SMS-тан һәм эҙләү рекламаһынан шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ;

— банк карталарының мәғлүмәттәрен индермәгеҙ һәм SMS-тан килгән кодтарҙы сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ;

— мәғәнәһе аңлашылмаған операцияларҙы раҫламағыҙ;

— ниндәй ҙә булһа шик тыуһа, аралашыуҙы туҡтатығыҙ һәм картаның артҡы яғында күрһәтелгән номер буйынса банк менән үҙ аллы бәйләнешкә сығығыҙ.

Әгәр һеҙ мутлашыусылар ҡорбаны булһағыҙ йәки хоҡуҡ боҙоу билдәләрен һиҙһәгеҙ, кисекмәҫтән банк картаһын блокка ҡуйығыҙ, булған хәл тураһында банкка хәбәр итегеҙ һәм иң яҡын полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас