

Бөгөн таңдан төбәктәге ДАИ инспекторҙары ҡыҙыу трассаларҙа хеҙмәт итеүҙе дауам итә. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, М-5 «Урал» (1475-се саҡрым), Р-240 автоюлының М-12-гә ҡушылған участкаһы (6-сы һәм 101-се саҡрымдар), Өфө — Яңауыл (103-сө саҡрым) һәм Өфө — Ырымбур (218-се саҡрым) юлдарында күпләп тикшереүҙәр бара.
«Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ДАИ-ның айырым махсус батальоны хеҙмәткәрҙәренең эше юл-транспорт ваҡиғаларына килтереүсе ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән: иҫерек килеш руль артына ултырыу, водитель танытмаһыҙ йәки унан мәхрүм ителгәндән һуң транспорт менән идара итеү, шулай уҡ балаларҙы ташығанда битарафлыҡ күрһәтеү", тип асыҡлыҡ индерҙе республиканың баш дәүләт автоинспекторы.