Ремонт быйыл тамамланасаҡ

Башҡортостанда Яңауыл-Үрге Тәтешле трассаһын ремонтлауҙы тамамлау ваҡыты билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ремонт быйыл тамамланасаҡРемонт быйыл тамамланасаҡ
Ремонт быйыл тамамланасаҡ

Дөйөм оҙонлоғо 10,6 километр булған ике юл участкаһын ремонтлауҙы 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Билдәле булыуынса, подрядсы нигеҙҙе һалҡын ресайклинг ысулы менән нығытҡан һәм уның өҫкө ҡатламын төҙөгән. Хәҙер эшселәр асфальт-бетон һала, һуңынан юл ситтәрен һәм билдәләр ҡуйыу менән шөғөлләнәсәк. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла.

Фото: ИИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова