

Ил Президенты тәфтишселәргә юғары профессионализмдары, Ватанға, Рәсәй халҡына һәм Законға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Дәүләт башлығы был байрам көнөндә хеҙмәттәштәренә һәм остаздарына — тәфтиш ветерандарына иң йылы теләктәрен еткереүҙе һораны.
«Өс быуаттан ашыу элек, Петр реформалары дәүерендә тәфтиш органдарында һалынған традициялар Рәсәй дәүләтселегенең бөтә тарихи үҫеш этаптарында ла нығынды. Бөгөн Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеү юлын Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәй Тәфтиш комитеты тәфтишселәре лайыҡлы дауам итә. Һеҙҙең берлектәге көсөргәнешле эшегеҙҙең һөҙөмтәләренән илдә законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе торошо, коррупция, терроризм, экстремизм һәм криминаль характерҙағы башҡа янауҙар менән көрәш эшенең һөҙөмтәлелеге тора», — тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты тәфтишселәрҙең махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүгә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
«Ауыр шарттарҙа, йыш ҡына ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, һеҙ неонацистарҙы, диверсанттарҙы һәм уларҙың ярҙамсыларын фашлайһығыҙ. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: һәр ваҡыт һәм бөтә йүнәлештәрҙә лә тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәренә яуызлыҡҡа ҡаршы торорға, хәҡиҡәт һәм ғәҙеллектең юғары идеалдарын раҫларға кәрәк. Бындай принциптар, үҙ бурысыңа сикһеҙ тоғролоҡ артабан да Рәсәй тәфтишселәре эшендә төп ориентир булып ҡалырына ышанам», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
Фото: Кремль.ру | РФ Президентының рәсми сайты.