

Нефтекама ҡала суды яҡын арала "ойошҡан төркөм тарафынан ҡылынған мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡараясаҡ. Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡазанда йәшәүсе ирҙе мутлашыусылар өсөн курьер булып эшләүҙә ғәйепләйҙәр. Атап әйткәндә, 2026 йылдың ғинуарында енәйәтселәр популяр мессенджер аша уның менән бәйләнешкә инеп, эш тәҡдим итә - граждандарҙың урланған аҡсаһын ташырға. "Хәүефһеҙ иҫәпкә" аҡса урынлаштырыу һылтауы менән ул урындағы бер кешенән һәм уның ҡатынынан 3,6 миллион һумдан ашыу аҡса урлай, уларҙың бер өлөшөн мутлашыусылар күрһәткән банк иҫәптәренә күсерә. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны", - тип асыҡлыҡ индерҙе күҙәтеү ведомствоһы вәкилдәре.
Фото: ИИ.