

Байрам майҙанында Рәсәйҙең төрлө тарафтарында етештерелгән күсмә һәм модулле мунсалар ҡуйылған. Мунса кәрәк-яраҡтары һатыла, етештерергә лә өйрәтәләр. Парланыу, сабыныу, массаж, һыуһынды ҡандырыусы эсемлектәр әҙерләү буйынса төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шифалы үләндәр һәм миндектәр әҙерләү, һаҡлау тураһында ла һөйләйҙәр.
Ҡыҫҡаһы, һаулыҡ өсөн мөһим булған мунса тураһында барлыҡ мәғлүмәт "Рәхәттә" фестивале майҙанында. Кәрәк икән, мунса индереп тә ҡайтаралар!