

Сураш ауылындағы ФАП фельдшерҙары һыу баҫҡанда ла пациенттарҙы ҡабул иткән. Үҙ эшенә тоғролоғо, фиҙаҡәрлеге өсөн уларға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндан Почет грамоталары тапшырылды.
«Бинаның тышында — ташҡын эҙҙәре, ә эсендә — коллективтың һынмай торған ихтыяр көсө, был тәрән хөрмәт уята, — тип уртаҡлашты Асҡын районы башлығы Динис Йосопов. — Әммә ярҙам тик грамоталар менән генә сикләнмәне. Министр аныҡ күрһәтмә бирҙе: инде дүшәмбенән районға тар белгестәр һәм күсмә стоматология модуле булған «Һаулыҡ поезы» юллана. Төп өҫтөнлөк — халыҡтың һаулығы. Республиканан ярҙам адреслы рәүештә, тотҡарлыҡһыҙ килә».
Фото: Динис Йосоповтың сәхифәһенән.