Башҡортостан брендтары Ҡытайға сыға

Рәсәйҙең экспорт үҙәге республикабыҙ компанияларын Ҡытайҙа ойоштороласаҡ "Рәсәйҙә эшләнгән" йәрминкә-фестивалендә ҡатнашырға саҡыра.

Башҡортостан брендтары Ҡытайға сығаБашҡортостан брендтары Ҡытайға сыға
Башҡортостан брендтары Ҡытайға сыға
Ҙур халыҡ-ара сара 15 - 19 августа Тяньцзин ҡалаһында үтә.
Фестиваль «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Унда киң ассортиментта продукция тәҡдим ителәсәк. Ҡатнашыу бушлай. Өс эш форматы күҙаллана: тура сауҙа, Ҡытай маркетплейстарына сығыу, B2B-һөйләшеүҙәр (төбәк-ара). Мәҙәни программала ла ҡаралған.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас