«АртМастерс» «Профессионалитет» федераль проекты буйынса ойошторола. Был миҙгелдә 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, шуларҙан 120 үҫмер һәм төп йәш категорияһынан 200 кеше финалға сыҡҡан.
Быйыл мартта башланған ярыштар тиҫтәләгән компетенция буйынса бара, 29 сентябрҙә Мәскәүҙә финал көтөлә.
Өфө колледжы студенттары үҙ көсөн 14 йүнәлештә һынаған һәм юниорҙар араһында Динислам Бәхтиев («Веб-дизайн»), Асҡар Хәсәнов («Веб-дизайн»), Эмилия Рәхмәтуллина («Видеомонтажёр») финалға сыҡҡан.
Төп йәш категорияһында Абдрахманов Илья («VFX-дизайн») - финалда. Афариндар!