

Сара майҙанында “Сәләмәтлек биләмәһе” ойошторола. “Ҡашҡаҙан” паркында ҡуйылған тирмәлә иртәнге 10-дан киске 17 сәғәткә тиклем һәр кем түбәндәге пункттар буйынса һаулығын бушлай тикшертә аласаҡ.
- Артериаль ҡан баҫымын, тән ауырлығын үлсәү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы торошон тәүге (первичный) баһалау.
- Сәләмәт оҙон ғүмерлелек медицинаһы үҙәгендә тикшерелеү. Бында йыш ҡына паспортта күрһәтелгәндән айырылған биологик йәшеңде билдәләп, хроник сирҙәр индикаторҙарын эҙләп, ваҡытынан алда ҡартайыу маркерҙарын асыҡлаясаҡтар. Ошо мәғлүмәттәргә ҡарап, туҡланыу, физик йәһәттән әүҙем булыу һәм ғүмер оҙайлылығын арттырыу өсөн процедуралар үткәрелә.
- Терапевы ҡабул итә - берәй сирҙе асыҡланһа, ентекле тикшереүгә ебәрәсәк.
- Анализдар тапшырыу өсөн бер нисә минут сарыф ителәсәк һәм һөҙөмтәләрҙең тиҙ арала әҙер булыуы профилле белгестәр менән аралашыу мөмкинлеген аса.
- ВИЧ-инфекцияға аноним тест үткәреп буласаҡ. Республика СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре ҡабул итәсәк. Был процедураны атҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә документ талап ителмәй.
Фестивалгә килегеҙ һәм таныштарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы ла саҡырығыҙ. Һаулыҡ тураһындағы хәстәрлек бер ҡасан да артыҡ булмай.
Шулай уҡ фестивалдә һеҙҙе мунса инеү йолалары, спорт ярыштары, милли аш-һыу, күңелле уйындар көтә.