Йәш белгес ҡайтты!

Ҡырмыҫҡалы районында йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн етди эш алып барыла. Бының өсөн һөнәр һайлаусыларҙы маҡсатлы уҡытыуға ла иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Олокүл ауылына үҙҙәренең белгесе эшкә ҡайтҡан.

Йәш белгес ҡайтты!Йәш белгес ҡайтты!
Йәш белгес ҡайтты!

23 йәшлек Екатерина Садиҡова Олокүл мәктәбендә урта белем алғас, маҡсатлы йүнәлеш буйынса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында уҡыған, уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, һөнәрле булып, тыуған яғына ҡайтҡан һәм бөгөн ул - «Малышок» балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Уға остазы Лилиә Садиҡова ла ныҡ ярҙам иткән. 

Бына шулай, маҡсатлы йүнәлеште һайлаһағыҙ, эш урыны ла әҙер була, тиҙәр районда.

Фото: Администрация муниципального района Кармаскалинский район РБ, Контента | Инфоповод 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас