Енәйәт эше ҡуҙғатылған

Стәрлебаш районы прокуратураһы районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек ярҙам ителеүен тикшергән һәм алдашыу осрағын асыҡлаған.

Енәйәт эше ҡуҙғатылғанЕнәйәт эше ҡуҙғатылған
Енәйәт эше ҡуҙғатылған

Хәл былай булған: 2026 йылдың ғинуарында урындағы бер ҡатын-ҡыҙ 400 мең һумлыҡ түләү алыу өсөн муниципалитетҡа документтар тапшырған. Был аҡса кешене махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөргә күндергән өсөн бирелә. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең ярҙам итеүен белдергән һәм аҡсаны алған. Аҙаҡ иһә уны үҙ ихтыяждарына тотонған.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, ысынында ул бер кемгә лә ярҙам итмәгән - кеше үҙе теләп хеҙмәт итергә киткән.

Прокуратура материалдарҙы тәфтишселәргә тапшырған, хәҙер был факт буйынса (мутлыҡ) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү прокуратураның күҙәтеүе аҫтында.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас