Ул һәр йәш төркөмө кешеләре өсөн дә популяр. "Рәсәй спорты" дәүләт программаһының маҡсаты - халыҡты физкультура менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу.
ГТО нормаларын тапшырыу ҙа быға булышлыҡ итә, әлбиттә.
Октябрьскийҙағы махсус үҙәктә, йәғни ГТО нормаларын тапшырыуға бәйле ойошмала, уңышҡа өлгәшкәндәрҙе тантаналы бүләкләйҙәр ҙә. Ошо көндәрҙә 40 йәштән өлкән 14 кеше юғары баһаланған. Шулай уҡ балалар ҙа үҙен һынап ҡарай. Йәй башынан алып, белем биреү учреждениеларында 157 уҡыусы ГТО нормаһын тапшырға һәм уларҙың 91-е "алтын" билдә алған.