Күҙәтеүселәр әҙерләү әүҙем бара

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәк. Әле үк 51 муниципалитеттан алты меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күҙәтеүселәр әҙерләү әүҙем бараКүҙәтеүселәр әҙерләү әүҙем бара
Күҙәтеүселәр әҙерләү әүҙем бара

Планда тағы ла ете мең кешене әҙерләү. БР Йәмәғәт палатаһы алдында шундай бурыс тора. Граждан активистары һайлау барышы асыҡлығын тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре тейешле белем ала. Улар өсөн махсус программа ла яңыртылған. Уны РФ Йәмәғәт палатаһы һәм НОМ ассоциацияһы эшләгән. Беҙҙә иһә уҡыу БР Башлығы грантына Йәмәғәт палатаһы булышлығында бара.

Һайлау 18 - 20 сентябргә тәғәйенләнгән, төп көнө - 20 сентябрь.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова