

Барыһы ла ябай шылтыратыуҙан башлана: таныш булмаған кеше, ашығыс рәүештә домофон асҡыстарын алмаштырырға кәрәк, тип алдап, ирҙән смс аша килгән кодты һорап ала. Артабан ҡурҡынысыраҡ шылтыратыуҙар яңғырай: аферистар Росфинмониторинг һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып ҡылана, «терроризмды спонсорлау» менән ҡурҡыта һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә күндерә. Зыян күреүсе 2 миллион һум аҡсаһын банктан, машина һатып алам, тип ала ла, Ҡазанға юллана һәм шунда бөтә сумманы курьерға бирә. Һуңынан ғына алданғанын аңлай һәм полицияға бара. Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ иҫкәртә: сит кешеләргә ышанмағыҙ, смс-тан кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ һәм башҡаларҙың күрһәтмәләре буйынса аҡса күсермәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.