Йүнселдәр эшен алға ебәреү юлын белә!

Эшҡыуар Резеда Вәлиева Башҡорт микрокредит компанияһынан ярҙам алып, Салауат, Ишембай ҡалалары халҡына ризыҡ ташыу рестораны эшен ҡулайлаштырған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүнселдәр эшен алға ебәреү юлын белә!Йүнселдәр эшен алға ебәреү юлын белә!
Йүнселдәр эшен алға ебәреү юлын белә!
Ханым 2,4 миллион һум ярҙам алып, ике ҡалала "Суши Фишка" франшизаһы буйынса өйгә килтереп биреү ресторанына яңы ҡорамалдар алған, ҡалған аҡсаны һалым түләүгә, әйләнешкә өҫтәгән.
Ул 2022 йылда тәүге ресторанын Салауатта асҡан, бер йыл һуңғараҡ - Ишембайҙа. 
Быйыл Салауат ҡалаһында тағы бер филиал асыласаҡ.
Әйткәндәй, беҙҙә «Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад» милли проекты ғәмәлгә ашырыла һәм уның буйынса эшҡыуарҙарға ярҙам мөмкинлектәре байтаҡ.
 
Фото, сығанаҡ: Контента | Инфоповод, Министерство предпринимательства и туризма РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова