Компенсацияға хоҡуҡтары бар

МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсацияларға хоҡуғы бармы? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә аңлаттылар.

Компенсацияға хоҡуҡтары барКомпенсацияға хоҡуҡтары бар
Компенсацияға хоҡуҡтары бар

Эйе, һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тәрбиәһендә ҡалыу раҫланғанда һәм хоҡуҡ тураһында белешмә булған осраҡта. Өҫтәүенә, МХО-ла ҡатнашыусы улар менән бер торлаҡта теркәлгәнме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан.

Ғаризаны Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша тапшырырға була.

Документтарҙан кәрәк буласаҡ:

1⃣ ғариза;
2⃣ һәләк булған (үлгән) МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһының паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа төр документы;
3⃣ ведомствоның ғаилә ағзаларының компенсация түләүҙәренә хоҡуғын раҫлаусы белешмәһе;
4⃣ һеҙ ысынлап та һәләк булыусының ғаилә ағзаһы булыуҙы раҫлаусы документ (никах ҡағыҙы, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.);
5⃣ торлаҡ йортта йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәт;
6⃣ тәрбиәлә булыу тураһында суд ҡарары;
7⃣ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙе раҫлаған квитанциялар, чек йәки күсермәләр.

Компенсация күләмен нисек иҫәпләргә?

Миҫал:
1⃣ Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙың дөйөм хаҡы алына. Мәҫәлән, 5000 һум.
2⃣ Фатирҙа нисә кеше теркәлеүе иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2 кеше теркәлгән икән ти, закон буйынса һәр кем ошо хаҡтың яртыһын түләргә тейеш, йәғни 2500 һум.
3⃣ Льгота тик МХО-ла һәләк булыусының ғаилә ағзаһына ғына тәғәйенләнгән. Компенсация уның өлөшөнән иҫәпләнә һәм 60% тәшкил итә. Йәғни, әгәр уның өлөшө 2500 һум тәшкил итһә, компенсация күләме 1500 һум була.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас