

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы тарафынан хәбәрһеҙ юғалған 1976 йылғы Манаев Рөстәм Хәлил улы эҙләнә. Ул Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан.
Рөстәм Хәлил улы 10 июлдә Стәрлетамаҡтағы «Колхоз баҙары» туҡталышында төшөп ҡалған һәм билдәһеҙ йүнәлештә юғалған. Медицина ярҙамына мохтаж.
Билдәләре: ҡарамаҡҡа 45–50 йәшлек, буйы 170 см самаһы, кәүҙәһе тулы, сәсе сал, күҙҙәре көрән.
Кейеме: һоро футболка, асыҡ зәңгәр төҫтәге салбар, ҡара кроссовкалар. Үҙе менән ҡара төҫтәге барсеткаһы булған.
Ошо кешене таныған йәки уның ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәте булған бөтә кешеләрҙән 02 (кеҫә телефонынан — 102) номерына йәки Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: (3473) 20-45-31, 987-257-37-22.
Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan