Август ниндәй буласаҡ?

Белгестәрҙең фаразына күҙ һалайыҡ.

Август ниндәй буласаҡ?Август ниндәй буласаҡ?
Август ниндәй буласаҡ?

Июль айы ярайһы һалҡынса тамамлана. Синоптиктар фаразлауынса, 29 июлдән 3 авгусҡаса көндөҙ +19, +22 градус ҡына буласаҡ, ә төндә +12 градус.

Август башы көҙ һымағыраҡ булыр, тиҙәр. 4-енән 8 авгусҡа тиклем көндөҙгө температура +15 градустан да күтәрелмәҫ, моғайын. Төндә иң йылыһы +10 градус. Үәт, шулай! Йәй ҙә бөтә.

Айҙың тәүге ун көнлөгөндә ямғыр ҙа мул яуасаҡ.

Бары тик 10 августан һуң ғына сираттағы йылы тулҡын килә: көндөҙ һауа температураһы ай аҙағынаса +20 градустан +24 градусҡа тиклем тороуы ихтимал. Төндә +11-ҙән +16 градус самаһы.

Айҙың өсөнсө декадаһында яуым-төшөм күберәк була: ямғырҙың көн һайын тиерлек яуыуы фаразлана.

Фото: яһалма зиһенде ҡулланып эшләнгән.

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас