

Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары махсус хәрби операция йылъяҙмаһын булдыра. Унда һуғыш ҡаһармандарының батырлыҡтары ғына түгел, фронттағы ауыр тормош һәм тылдағы кисерештәр һүрәтләнә. Башҡортостан махсус хәрби операцияла еңеүгә ҙур өлөш индерә.
Йыйынтыҡҡа Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлназ Ҡотоева һәм Морат Рафиҡовтың әҫәрҙәре ингән.