Бауырлы йәшелсә салаты

200 г тауыҡ бауырын йыуып турарға ла, 3 ҡалаҡ үҫемлек майында 5 минут ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә.  

Бауырлы йәшелсә салатыБауырлы йәшелсә салаты
Бауырлы йәшелсә салаты

2 бешкән картуфты, 50 г һуғанды, 1-әр ҡыяр менән боросто шаҡмаҡлап турарға. Йәшелсәләргә ҡыҙҙырылған майы менән бауырҙы бергә һалып, яҡшылап бутарға ла, салат һауытына һалырға. Табынға өҫтөн бешкән йомортҡа өлөштәре һәм туралған йәшел тәмләткестәр менән биҙәп бирергә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас