

Ул Мәғариф министрлығы тарафынан 2026 йылдың 25 июненән 13 июлгә барҙы. Сменала 52 бала ял итте, шулар араһынан Рәсәй субъекттарынан (Һамар, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы һәм Ханты-Мансы автономиялы округы) 15 һәләтле бала ҡатнашты.
Бындай саралар үҫеп килгән быуынға тыуған яҡ тураһында белем биреүҙән тыш, илебеҙ халыҡтарының дөйөм мираҫы өсөн гражданлыҡ яуаплылығы, үҙ-ара ихтирам һәм ғорурлыҡ нигеҙен булдырырға мөмкинлек бирә.