

25-26 июлдә үтәсәк "Рәхәттә" халыҡ-ара фестивале әүҙем тормош яратыусыларҙы ла, профессионал спортсыларҙы ла, етеҙҙәрҙе лә берләштерә. "Динамо" баскетбол клубы республика федерацияһы менән берлектә Өфө ҡалаһы кубогына турнир ойоштора. Унда ир-егеттәр генә түгел, гүзәл заттар ҙа көс һынаша ала.ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың Баскетбол федерацияһына ғариза бирергә кәрәк.
Ә мини- футбол яратыусыларҙы 20-се Ҡашҡаҙан кубогы көтә. Әлеге ваҡытта унда район һәм ҡалаларҙан 41 команда ярышырға теләк белдергән.
Ҡыҫҡаһы, "Рәхәттә" бик ҡыҙыу һәм сәмле буласаҡ!