

Ултырышта муниципалитет үҫешенең ағымдағы күрһәткестәренә анализ яһалды, район эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде, шул иҫәптән ауыл хужалығы, туризм һәм инфраструктура өлкәләрендә биләмәне артабан үҫтереү тикшерелде.
- Урал аръяғының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан район аграр секторҙың һәм малсылыҡтың тотороҡло үҫешен күрһәтә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығында тулайым продукция күләме 18,5 процентҡа артҡан һәм 7,2 миллиард һумға еткән. Ағымдағы йылдың алты айында үҫеш 4,4 процент, йәғни 1,67 миллиард һумға тиклем тәшкил иткән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев райондың социаль-иҡтисади үҫешенең төп аспекттары хаҡында һөйләне.
-Республика хөкүмәтенең үҙ килемде былтырғы кимәлдән кәмендә 10 процентҡа арттырыу буйынса йөкләмәһе үтәлде. 2025 йылда райондың үҙ килеме уҙған йыл менән сағыштырғанда 16 процентҡа артты һәм 977 миллион һумға етте. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта үҫеш 11 процент тәшкил итте, – тине үҙенең сығышында район башлығы.
Артабан ул Әбйәлил районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Ағымдағы йылда дөйөм суммаһы 114 миллион һумлыҡ ике милли проект тормошҡа ашырыла. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 11 миллион һум үҙләштерелә, был аҡсаға «Ҡурай» ял паркын төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы тамамлана. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә бер нисә йүнәлеш тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла быйыл 15,6 миллион һумға һәм киләһе йылда 105,3 миллион һумға капиталь ремонт үткәреләсәк. Райондың 17 мәктәбендә 4,5 миллион һумға кабинеттар йыһазландырыласаҡ. Районда милли проекттар буйынса бөтәһе 65,8 миллион һум үҙләштерелгән.
- Бөгөн район иҡтисады ышаныслы үҫеш ала: әүҙем фазала — 12,5 миллиард һумлыҡ 66 инвестиция проекты, улар 250-нән ашыу яңы эш урыны булдырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта кесе эшҡыуарлыҡ һәм үҙмәшғүллек үҫештең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә — беҙҙә 1346 кесе эшҡыуарлыҡ объекты һәм 5300-ҙән ашыу үҙмәшғүл бар. Был күрһәткес буйынса беҙ республиканың ауыл райондары араһында алдынғылыҡты биләйбеҙ. «Урал аръяғының алтын ҡулсаһы - Ирәндек» муниципаль-ара туристик маршруты ла үҫешкә яңы этәргес бирәсәк: ул беҙҙең иҫтәлекле урындарҙы берләштерәсәк, юл буйы сервисына һәм халыҡ кәсептәренә булышлыҡ итәсәк. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан был проектты биләмәне үҫтереү планына индереүҙе һорайбыҙ, – тип тәҡдим итте Әбйәлил районы башлығы А. Әминев.
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов районда инвестиция эшмәкәрлеге, эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү тураһында ентекле һөйләне.
- Бөгөн Әбйәлил районы өсөн үҫеш темптарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә төбәктең потенциалын мөмкин тиклем асыу мөһим. Был туристик тармаҡҡа ла, сәнәғәткә лә, ауыл хужалығына ла, инвестиция эшмәкәрлегенә лә ҡағыла. Райондың бөтә кәрәкле конкурент өҫтөнлөктәре бар, әммә инвесторҙар менән эшләү һөҙөмтәлелеген арттырырға, муниципаль инвестиция стандарты механизмдарын әүҙемерәк файҙаланырға, эшкәртеүҙе үҫтерергә, заманса туристик продукттар булдырырға һәм иҡтисади үҫештең яңы нөктәләрен асырға кәрәк. Тап ошондай комплекслы эш шәхси инвестициялар күләмен арттырырға, яңы эш урындары асырға һәм төбәктең оҙайлы үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Премьер‑министры Андрей Назаров Әбйәлил районы хакимиәтенә инвестициялар күләмен арттырырға, муниципаль инвестиция стандарты буйынса эште көсәйтергә һәм төҙөкләндереү иҫәбенә туризмды үҫтерергә ҡушты һәм уларҙың сифатлы үҫешенә айырым иғтибар биреүҙе һораны.
Күсмә ултырышта Әбйәлил районында төҙөлөш, транспорт инфраструктураһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше тикшерелде. Былтыр районда 75 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 7 йыл эсендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә 72 миллион һумдан ашыу суммаға 11 йәмәғәт майҙаны төҙөкләндерелгән.
Премьер-министр райондың автомобиль юлдары селтәрендә транспорт менән файҙаланыу һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында юл хужалығы өлкәһендә 2026 йылға планлаштырылған ремонт эштәрен ваҡытында һәм тулы күләмдә башҡарыуҙы һораны. Шулай уҡ 2027 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”ҙың иң яҡшы проекттары” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн Асҡар ауылын төҙөкләндереү буйынса конкурс заявкаһын әҙерләргә ҡушты.
Бынан тыш, ултырышта ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү ҡаралды. Әбйәлил районы 429 мең гектарлыҡ ҙур майҙанға эйә (республикала 6‑сы урын), унда ер фондының нигеҙен ауыл хужалығы ерҙәре (51,6 процент) һәм урмандар (42процент) тәшкил итә.
- Районда яңы майҙандарҙы йәлеп итеү өсөн ҙур потенциал бар: агротуризм һәм рекреацион проекттар перспективалы йүнәлештәр тип һанала. Был мөмкинлектәр райондың инвестиция ҡеүәтен арттырыу һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн өҫтәмә инструмент була ала, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Артабан хөкүмәт ағзалары агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм экология мәсьәләләрен ҡараны. Әбйәлил районы‑ Урал аръяғы зонаһында төп ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең береһе: республиканың тулайым ауыл хужалығы продукцияһында уның өлөшө 20 проценттан ашып китә, ә ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 200 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә.Муниципалитет һыйырҙар, аттар һәм һарыҡтар һаны буйынса 2‑се һәм һөт етештереү буйынса 6-сы урында тора. Тармаҡта шәхси хужалыҡтар мөһим роль уйнай: уларҙың өлөшөнә продукция күләменең 66 проценты тура килә.
Экологик өлкәлә район һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә: 79 санкцияланмаған сүплектең 78-е бөтөрөлгән.
Андрей Назаров муниципалитеттың иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү өлкәһендәге эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы һәм хөкүмәт ағзаларына күп йүнәлештәр буйынса яңғыраған тәҡдимдәрҙе эшкә алырға ҡушты.
– Бөгөнгө фекер алышыу йомғаҡтары буйынса беҙҙең бурыс-Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән саралар комплексын булдырырыу. БР Хөкүмәтенән район кураторы, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа бөгөнгө тәҡдимдәрҙең үтәлешен контролдә тоторға кәрәк, – тине күсмә ултырышты йомғаҡлап Андрей Назаров.