

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында яңы балалар поликлиникаһында булды. Медицина объекты 2 йыл эсендә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.
- Яңы поликлиникала тейешле квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар. Төҙөлөш барышында объектҡа 747 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды, шуның 337 миллионы - федераль аҡса. Бина 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан тәшкил итә, бында балаларҙы дауалайҙар, табиптар сменаһына 150-гә яҡын баланы ҡабул итә, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров белдереүенсә, яңы поликлиника кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
- Беҙҙә пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн алты педиатр кабинеты, прививка яһау бүлмәһе, физиотерапия бүлеге, УЗИ кабинеты, массаж кабинеты бар. Физиотерапия бүлегендә заманса аппараттар ҡуйылған, быға тиклем беҙҙә ундай мөмкинлек булманы, – тине Илгиз Килдейәров.
Яңы балалар поликлиникаһы быйыл март айында сафҡа индерелде һәм эшләй башланы. Был ваҡыт эсендә бөтәһе 14 756 бала ҡабул ителгән. Яңы поликлиникала педиатрҙар, балалар хирургы, эндокринолог, стоматолог, офтальмолог, оториноларинголог, невролог, рентгенолог, физиотерапевт, гинеколог, кардиолог эшләй.
- Әбйәлил районына бындай поликлиника күптән кәрәк ине. Яңы медицина учреждениеһы юғары кимәлдә эшләнгән, – тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.