Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...

2026 йылдың 15 июле ике ғаилә өсөн фажиғәле көн булған.

Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...
Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...

Шишмә районы, Шиңгәккүл ауылы.
Киске сәғәт етенсе яртыла ике фатирлы кирбес йорттоң подвалында янғын башланған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәреһәм Шиңгәккүл ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһының тиҙ арала күргән сараларына ҡарамаҫтан, хужаны ҡотҡарып ҡала алмағандар: 68 йәшлек ир һәләк булған.
Ҡырмыҫҡалы районы, Ҡырмыҫҡалы ауылы.
Шул уҡ көндө иртәрәк ағас йорттоң аш бүлмәһен һәм коридорын ут ялмаған. 55 йәшлек ир ялҡынды үҙ аллы һүндерергә маташҡан. Һөҙөмтәлә уның тәне янған (I–III дәрәжәләге термик бешеүҙәр) һәм Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған. Янғын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары һәм Ҡарламан ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы көсө менән һүндерелгән.

Ике янғындың да килеп сығыу сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишселәре асыҡлай.

Фараздарҙың береһе - вайымһыҙлыҡ...

Фото: МЧС РБ.

Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...
Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...
Вайымһыҙлыҡ хаҡы - ғүмер...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас