

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәлендә лә театр ялға туҡтамай, балалар өсөн махсус программа тәҡдим итә. "Һаумы, ҡурсаҡ театры донъяһы!" тип аталған проект - ҡурсаҡ театры һәм уның сәхнә артындағы майҙансыҡтар буйлап ойошторолған мауыҡтырғыс сәйәхәт ул.
Һеҙгә театр буйлап экскурсия үтә: музей майҙаны, ҡурсаҡтар һаҡлау урыны һәм рәссамдың оҫтаханалары менән танышырһығыҙ. 17, 22, 23, 29, 30, 31 июль көндәрендә, сәғәт көндөҙгө 12-лә театрға рәхим итегеҙ!
Ә 8 август көндө ҡурсаҡ театры әкиәттәр уйнай башлаясаҡ.