Учалыла тағы дауыл!

Учалыларҙың ҡотон алып бөтә икән дауылдар! Үткәндә Өргөндө торнадо шаҡ ҡатырһа, был юлы үтә шашҡан көслө ел Илсе ауылы халҡын йәшенергә мәжбүр итте.

Учалыла тағы дауыл!Учалыла тағы дауыл!
Учалыла тағы дауыл!

Учалы районының Илсе ауылында дауылдан һуң өс йорттоң, хужалыҡ ҡаралтыларының һәм ҡоймаларҙың зыян күреүе теркәлгән. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Йәшәүҙе тәьмин итеү системалары, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни объекттар ҙа имен. Урында Учалы районы хакимиәте комиссияһы эшләй: зыянды баһалау үткәрелә һәм кәрәкле тергеҙеү эштәре планлаштырыла.

Фото: МЧС РБ.

Учалыла тағы дауыл!
Учалыла тағы дауыл!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас