Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ өйләнгән

Ҡазан мәктәбендә туғыҙ кешене, шул иҫәптән ете баланы, атып үлтергән Илназ Галәвиев өйләнгән. Никахты «Ҡара Дельфин» махсус режимлы колонияһында теркәгәндәр. Уға ғүмерендә ике тапҡыр ҙа күрмәгән 18 йәшлек Диана кейәүгә сыҡҡан, тип хәбәр итәләр.

Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ өйләнгәнТуғыҙ кешене атып үлтергән Илназ өйләнгән
Туғыҙ кешене атып үлтергән Илназ өйләнгән

Журналистар менән һөйләшеүҙә енәйәтсенең ҡатыны түбәндәгеләрҙе һөйләгән: "Башта беҙ кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҡарайбыҙ. Миңә Илназ һөйкөмлө тойолдо, мин уға хат яҙырға булдым. Был 2021 йылда булды. Яҙҙым. Бер ай яуап көттөм. Һәм ул яуап бирҙе. Беҙҙең аралашыу башланды", - тип уртаҡлаша ул.

Ҡот осҡос факт, әммә ҡайһы берәүҙәр Илназдың бер ғәйепһеҙ балаларҙы вәхшиҙәрсә үлтереүен онота. Енәйәтсе ҡулға алынғандан һуң, социаль селтәрҙә уның тышҡы ҡиәфәте тураһында әүҙем фекер алыша башланылар, матур егет булыуын яҙҙылар. Хатта фанат пабликтары ла барлыҡҡа килде, унда енәйәтсегә юридик ярҙамға аҡса йыя башланылар. Илназды ғәйепһеҙ тип һанаусылар ҙа табылды, улар үҙ фекерен үлтереүсенең тышҡы ҡиәфәтенә генә нигеҙләнеләр.

Енәйәтсене яҡлаусылар нисек кенә уны аҡларға тырышһа ла, Галәвиев кешеләрҙе үлтергән ябай енәйәтсе булып ҡала. Тиҫтәләгән кешенең яҙмышы мәңгегә юҡҡа сыҡты — һәм был ҡорбандар ғына түгел, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ғә.

"Мөхәббәт минең өсөн, беренсе сиратта, үҙ-ара аңлашыу, ярҙам итеү һәм кешене нисек бар, шулай ҡабул итеү. Мөхәббәт - үҙ һайлауыңа тоғролоҡ, - тигән фекер йөрөтә Диана. - Әгәр кешене һайлаһаң, тормош ауырлыҡтарын еңеп, ғүмеремдең ахырына тиклем уның менән ҡулға-ҡул тотоношоп барырға кәрәк, тип һанайым. Шулай уҡ, ул ниндәй генә булмаһын, теләһә кем мөхәббәткә лайыҡ, тип уйлайым».

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас