"Рәхәттә" рәхәт буласаҡ!

Кем генә мунса яратмай икән!? Парланып, миндек менән сабынып, күбеккә батып, мунса инеүҙәр үҙе бер ғүмер бит ул! Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа тиҙҙән тап ошондай ял яратыусылар өсөн халыҡ-ара медицина һәм туризм фестивале үтәсәк. Ул быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола.  

"Рәхәттә" рәхәт буласаҡ!"Рәхәттә" рәхәт буласаҡ!
"Рәхәттә" рәхәт буласаҡ!

Йыл һайын үткәрелгән был сара Рәсәй кимәлендә мунсалы ял итеү мәҙәниәтенә арналған фекер алышыу, тикшеренеү һәм күргәҙмә үткәреү өсөн майҙансыҡ тәҡдим итә. Фестиваль ҡунаҡтарын бай программа, шул иҫәптән мәҙәни, спорт һәм фитнес саралары, оҫталыҡ дәрестәре (шул иҫәптән мунса йәрминкәһе), тән практикаһы (ут массажы, цигун, йога), төркөм менән парланыу буйынса Рәсәй чемпионаты финалы көтә.

Айырыуса мунсаның инновацион технологияларына, шул иҫәптән 400 литрҙан ашыу һыуҙы ағыҙырға һәләтле ҡоролмаға иғтибар бирелә. Ул 2022 йылғы фестивалгә махсус рәүештә эшләнгән һәм Рәсәй рекордтары китабына индерелгән. Ойоштороусылар үҙҙәренең рекордтар ҡуйыу йолаһын дауам итеп, быйыл иң ҙур мунса веерын булдырырға ниәтләй.

Әгәр һеҙ ошо ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә, һаулыҡты нығытыусы ла байрамды үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләһәгеҙ, 25 -26 июлдә Өфө ҡалаһының Ҡашҡаҙан паркына рәхим итегеҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас