Иғтибар! Көн ныҡ боҙола, һаҡ булығыҙ!

Иртәгә, 17 июлдә, Башҡортостан биләмәһендә һауа торошоноң ҡырҡа насарайыуы көтөлә. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар! Көн ныҡ боҙола, һаҡ булығыҙ!Иғтибар! Көн ныҡ боҙола, һаҡ булығыҙ!
Иғтибар! Көн ныҡ боҙола, һаҡ булығыҙ!

Республикала көндөҙ урыны менән бик көслө ямғырҙар яуасаҡ, көслө дауыл сығыуы, йәшен йәшнәүе, ҙур боҙборсаҡ яуыуы фаразлана. Елдең тиҙлеге секундына 22 метрға тиклем көсәйәсәк.

Башҡортостан халҡына йәшен ваҡытында һыу төшөргә ярамау тураһында иҫкәрттеләр. Шулай уҡ кәмәлә йөҙөргә һәм һыу сығанаҡтарына яҡын урынлашырға ярамай.

Автор:Гөлнара Солтанова