Иғтибар!

Социаль селтәрҙә 7 йәшлек малай тураһында ҡурҡыныс хәбәр тарала. Уға табиптар ярҙамы кәрәк булыуы ла ихтимал. Баланың  ата-әсәһе ни эшләргә лә белмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар!Иғтибар!
Иғтибар!

Өфөлә юғалған ете йәшлек Сабит Ҡунаҡҡоловты эҙләйҙәр. Был турала «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отрядында хәбәр иттеләр.

Бөгөн, 16 июлдә, малай һары төҫтәге самокатта сығып киткән һәм юғалған. Билдәләре: буйы 134 см, уртаса кәүҙәле, ҡараһыу сәсле, көрән күҙле. Ул биҙәкле футболка, ҡара-йәшел шорты, һоро кеды һәм кепка кейгән булған. Юғалған малай медицина ярҙамына мохтаж.

Сабит Ҡунаҡҡоловтың ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булған һәр кемде ошо телефондар буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8(937)3-102-112 йәки 112.

Автор:Гөлнара Солтанова