"Хазина" этно-проекты Ҡаҙағстанда сығыш яһаны

Катон-Ҡарағай районында «Алтай – төрки донъяһының алтын бишеге» тип аталған халыҡ-ара фестиваль үтте. Мәҙәни һәм спорт сараларынан торған бай программа «Ән Тамыры» гала-концерты менән тамамланған.  

"Хазина" этно-проекты Ҡаҙағстанда сығыш яһаны"Хазина" этно-проекты Ҡаҙағстанда сығыш яһаны
"Хазина" этно-проекты Ҡаҙағстанда сығыш яһаны

Сарала Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан, Монголия, Венгрия һәм Рәсәй артистары ҡатнашты. Димаш Кудайберген концертҡа махсус ҡунаҡ булараҡ саҡырылған. Башҡортостан мәҙәниәтен республиканың иң популяр "Хазина" этно-проекты күрһәтте. Ҡыҙҙарҙың халыҡ йырҙарын заманса башҡарыуы тамашасыларҙа  ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Әйткәндәй, төркөм 2-4 июлдә Дағстанда үткән «Аһәң» кросс-милли музыкаль мәҙәниәт фестивалендә лә ҡатнашты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас