

Өфөлә Ҡашҡаҙан күлендә ике тапҡыр ҡотҡарылған 79 йәшлек пенсионер ҡатын вафат булған. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡотҡарыусылар күл буйында аңһыҙ көйө һыуға йығылған әбейҙе тиҙ арала ярға сығара. Тәүҙә ул тын алмай. Ҡотҡарыусы-медик хәлде баһалап, йөрәк-үпкә реанимацияһын яһай. Пенсионер ҡатындың йөрәге ике тапҡыр туҡтай. Ҡотҡарыусылар, бер-береһен алыштырып, «Тиҙ ярҙам» килгәнгә тиклем уның ғүмере өсөн көрәшә. Һөҙөмтәлә улар йөрәк тибешен тергеҙә ала.
Зыян күреүсене дауаханаға оҙатыу өсөн «Тиҙ ярҙам» бригадаһына тапшыралар. Табиптарҙың барлыҡ тырышлығына ҡарамаҫтан, пациент кисә вафат булған.
Өҫтәп әйткәндә, кисә ике ҡотҡарыусыға Өфө хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.