Башҡортостанда көн торошо ныҡ боҙоласаҡ

Көслө ел иҫеүҙән һәм ҡойма ямғыр яуыуҙан туҡтамаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда көн торошо ныҡ боҙоласаҡБашҡортостанда көн торошо ныҡ боҙоласаҡ
Башҡортостанда көн торошо ныҡ боҙоласаҡ

Бөгөн, 16 июлдә, Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Ел көнбайыштан уртаса, айырым райондарҙа көслө. Көндөҙ һауа температураһы +20,+25 градус.

Иртәгә, 17 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көнбайыштан төньяҡҡа күсәсәк, уртаса тиҙлектә, йәшен ваҡытында көслө. Һауа температураһы төнөн +11,+16, көндөҙ +20,+25 градус буласаҡ

Автор:Гөлнара Солтанова