Мөхәббәт кәртәләрҙе белмәй

Кейәү – Англиянан, кәләш – Стәрлетамаҡтан. Сит ил кейәү кәләш алыр өсөн хатта ислам динен дә ҡабул иткән.

Мөхәббәт кәртәләрҙе белмәйМөхәббәт кәртәләрҙе белмәй
Мөхәббәт кәртәләрҙе белмәй

Ошо көндәрҙә Торатау итәгендәге этнокомплекста үҙенсәлекле һәм тулҡынландырғыс никах тантанаһы үткән. Кейәүгә — 79 йәш, ул Бөйөк Британияның Ливерпуль ҡалаһынан килгән. Кәләшкә иһә — 65 йәш, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Иң ҡыҙығы — башҡорт ҡыҙы менән ғаилә ҡороу һәм дини йоланы үтәү өсөн сит ил кейәүе ислам динен ҡабул иткән. Был матур ваҡиға ысын мөхәббәт өсөн йәш тә, алыҫ аралар ҙа кәртә түгеллеген тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас