

Башгидрометүҙәк Башҡортостанда 15 һәм 16 июлгә һауа торошон фаразланы.
Бөгөн, 15 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән көслө ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнбайышҡа күсеүсән, уртаса, көндөҙ урыны менән көслө. Төнөн термометр бағаналары +13, +18 градус, көндөҙ +22, +27 градус күрһәтәсәк.
Иртәгә, 16 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә, көндөҙ боҙборсаҡ яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнбайышҡа күсеүсән, уртаса, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы 15 июлдәге кеүек буласаҡ.