Күңелем

Кис еткәндә яйлап ҡояш байый, Һауа ҡыҙыл төҫтәргә инә. Ҡайһы саҡта минең күңел зарый, Йөрәккәйем әрней һуң ниңә?

КүңелемКүңелем
Күңелем

Шул ҡояштың байыуына ҡарап,
Эстән генә ниҙер уйлайым.
Үҙ үҙемдән төрлө һорау һорап,
Яуап ҡына таба алмайым.

 

Һорайым мин үҙ үҙемдән ниңә,
Ҡарҙар яуһа миңә ныҡ һыуыҡ.
Тәнем түгел, өшөй йөрәк кенә,
Шул һорауҙан миңә бик ҡыҙыҡ.

 

Ямғыр яуһа күңелемә рәхәт,
Йыуа кеүек минең хәсрәтте.
Йәйғор сыҡһа күк һауаны биҙәп,
Ҡыуанамын, мин бит бәхетле.

 

Сөнки күрә алам донъялағы,
Төрлө-төрлө мөғжизәләрҙе.
Тәмләй алам төрлө ҡыуаҡтағы,
Һутлы-татлы күп емештәрҙе.

 

Арып-талып алыҫ юлдан ҡайтҡас,
Һиҙәмен мин өйҙә йылылыҡ.
Әсәкәйем яңы икмәк баҫҡас,
Көтәбеҙ беҙ бергә йыйылып.

 

Шул икмәктең еҫе өйгә тарый,
Ниңә икән шундай ныҡ тәмле
Кескәй һеңлем иркә миңә һырый,
Тар ғына өй миңә бик йәмле.

 

Валеева Илзирә

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас