

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаеваның төркөмө менән аварияға осрауы тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән-һау, тик эш бының менән генә тамамланмай — тиҙҙән суд буласаҡ. Был хаҡта йырсының әсәһе, халыҡ артисы Лилиә Биктимерова белдерҙе:
"Февралдә ҡыҙыбыҙ Гөлназ юл фажиғәһенә эләкте. Әле енәйәт эше асылды, хәҙер августа буласаҡ судты көтәбеҙ. Икенсе яҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге лә бар, төрлө нахаҡ һүҙҙәр ҙә ишетелә. Ғаиләбеҙ менән ныҡ борсолабыҙ. Гөлназ ғәйебен тулыһынса таный. Был ваҡыт эсендә зыян күреүселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек", — тип яҙған ул.