

— Әгәр һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған биләмәлә йәшәһәгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, документтарҙы һәм аҙыҡ-түлек запастарын өҫкө ҡатҡа йәки бейегерәк урынға күсереп ҡуйығыҙ. Тышта йөрөгәндә һелкенеп торған ҡоймаларҙы, ағастарҙы урап үтегеҙ, өҙөлгән электр сымдарына яҡын килмәгеҙ. Һаҡ булығыҙ! — тип киҫәтә ведомство белгестәре.
Иртәгә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Көньяҡ райондарҙа иһә яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төндә талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11...+16°, көндөҙ +22...+27° градус тәшкил итәсәк.